Контакты
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение «Средняя общеобразовательная школа д.Ваныш-Алпаутово» муниципального района Бураевский район Республики Башкортостан
452956, Россия, Республика Башкортостан Бураевский район, д.Ваныш-Алпаутово, ул. Молодежная, 7
тел. (34756)2-74-19
E-mail: vanishevo-shcola@yandex.ru
Статистика
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0
|
Главная » 2015 » Декабрь » 29
Просмотров:
428
|
Добавил:
vanishevo
|
Дата:
29.12.2015
|
|
25 декабрь көндө Ваныш-Алпауыт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә мәғрифәтсе шағир М.Аҡмулланың Тыуған көнөнә арналған берҙәм дәрес үткәрелде. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәкимова Сулпан Ғәүис ҡыҙы үткәрҙе. Дәрестә бөтәһе 33 уҡыусы ҡатнашты. 6 уҡыусы алдан әҙерләнеп, сығыш яһаны.
Дәрес информатика кабинетында үтте һәм Р.Шәкүрҙең «Шиғриәт йондоҙо», «Арҙаҡлы башҡорттар», Р.Насировтың «Уҙамандарҙы эҙләйем», Ә.Әсфәндиәровтың «Олатайҙарҙың бар тарихы», Я.Хамматовтың «Һырдаръя» китаптары, терәк схемалар, компьютер, мультимедиа проекторы, экран менән йыһазландырылды. Компьютер ярҙамында презентация күрһәтелде һәм аудиояҙмалар ишеттерелде.
Дәрестә уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы; үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтерҙе; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын уятты.
![](/urok_akmully2.jpg)
Просмотров:
411
|
Добавил:
vanishevo
|
Дата:
29.12.2015
|
| |
|
|
| | |